✨❤️ ЕРЕМ, ИЛЕМ, ТЕЛЕМ ❤️✨
💙 Башҡорт телендә һөйләшәм, 
Башҡорт телендә. 
Минең йәшәү тамырҙарым 
Башҡорт ерендә. 
🤍 Киң Уралым, йырлап аға 
Һинең һыуҙарың. 
Алыҫ-алыҫ яңғырайҙар 
Һинең моңдарың. 
💚 Туған телем, һин халҡымдың, 
Былбыл тауышы. 
Быуаттарҙан быуаттарға 
Ҡанат ҡағышы. 
(Р.Шәкүр)
